Быйыл Башҡортостанда халыҡтың үҙәгенә үткән 244 километрҙан ашыу юлды ремонтлау күҙаллана


Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән сираттағы «Транспорт сәғәте»ндә юл селтәренең сифатын һәм хәүефһеҙлеген күтәреү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова билдләүенсә, йыл аҙағына тиклем программаны тормошҡа ашырыу өсөн 6 миллиард 800 миллион һум йүнәлтеләсәк. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ Стәрлетамаҡта Ағиҙел күперен реконструкциялау барышын да ҡараны. Проект Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Осрашыу һуңында Радий Хәбиров «Алға» берҙәм транспорт картаһын артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.