Былтыр меңдән ашыу кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән. 2018 йылдан ғәмәлгә ашырылған программа ярҙамында республикала биш меңдән ашыу етем торлаҡлы булған. Өҫтәүенә ике йыл элек был категорияға ҡараған граждандар өсөн сертификаттар ҙа бирелә башланы. Уның суммаһы 3 миллион 800 мең һум.
Бындай хаҡҡа ҡала ерендә фатир алырға ла мөмкин. Тап ошондай мөмкинлек менән әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Николай Евсиков та файҙаланған. Көйөргәҙе районы властары уның ғаиләһенә Күмертауҙа күсемһеҙ милек һатып алған. Дөйөм алғанда, бөгөнгә районда 12 етем баланың торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән. Уларҙың икәүһе ватан һаҡсыһы. Тәүҙә 8 һигеҙ кешене генә торлаҡлы итеү планлаштырыла. Бюджет аҡсаларын һөҙөмтәле бүлеү һәм үҙләштереү һөҙөмтәһендә фатирҙар мохтаждарға күберәк бирелде, тип билдәләй урындағы етәкселек.