Туймазы уҡыусылары яугирҙарға шоколадлы хат ебәрә

Яугирҙарға татлы сәләм. Туймазы ҡалаһы уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хаттар яҙғанда конверт эсенә шоколадтар ҙа һала. Был акция мәктәптәрҙә генә түгел, балалар баҡсаларына ла таралған.

Кескәйҙәр үҙҙәренә һатып алынған шоколадтарҙы , тәмлекәстәрҙе һалдаттарға оҙата. Яугирҙарға ҡыуаныс булһа, балалар әленән үк патриотик тәрбиә ала, ти ойоштороусылар. Татлы хаттар ҡаланың Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында тупланып фронҡа оҙатыла. Посылкаларҙы ла уҡыусылар үҙҙәре йыя. Коробкаларға хеҙмәт дәрестәрендә әҙерләнгән һалма, башҡа аҙыҡ-түлек тә тултырыла. Һәр ватан һаҡсыһына бетеү ҙә һалына.

Ҡалала йәшәүсе өлкән йәштәгеләр ҙә штабтың даими ҡунаҡтары. Улар ҙа күстәнәсһеҙ йөрөмәй. Һалдаттарға көнкүреш кәрәк-яраҡтары, йылы кейемдәр алып килә. Барыһы ла бер урында тупланып һуңғынан фронтҡа оҙатыла. Яугирҙар ҙа яуапһыҙ ҡалмай. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтһалар ҙа үҙҙәренә татлы сәләм ебәреүселәр менән осрашып аралашыу өсөн ваҡыт таба.