Быйыл "Башҡорт ихаталары" өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программаға ярашлы, 98 биләмә тәртипкә килтерелә. "Башҡорт ихаталары" алты йыл ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 1 мең 469 ихата тәртипкә килтерелгән. Бының өсөн 7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ихаталарҙы тәртипкә килтергәндән мотлаҡ балалар майҙансығы яңыртыла, парковка урындары булдырыла, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыла.