"Алға" иҡтисади биләмәһе киңәйтелә

Уға Өфө районы, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларындағы участкалар ҡушыла. Бында буласаҡ инвесторҙар менән эш алып барыла, тип хәбәр итәләр Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан. "Алға" Рәсәй  махсус иҡтисади биләмәләренең инвестиция рейтингында бер баҫҡысҡа юғары күтәрелеп етенсе урын алды. Радий  Хәбиров әйтеүенсә, беҙгә инвесторҙар килә, эш урындары асыла. Был - иҡтисади үҫешкә ҡеүәт бирә.