Ул 8 февралдә уҙғарыла. Республика спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда төп майҙансыҡ итеп Нефтекама һайланған. Сарала ҡатнашырға теләүселәр дәүләт хеҙмәттәре порталы аша теркәлә ала. Быйыл саңғы ярыштары Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына бағышлана.