Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, конверттарҙы 50 мең дана тираж менән февраль башында нәшер итеү көтөлә, тәүге партия Башҡортостанға килә. Презентация һәм почта мисәтен һуғыу тантанаһы 13 февралдә Республика Милли китапханаһында Федераль почта элемтәһе идаралығы һәм Яҙыусылар союзы ҡатнашлығында була.