Донецк халыҡ республикаһының «Атлант» сауҙа компанияһы Башҡортостандың «Корона» предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, Туймазы матрастары Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре баҙарына ла сыға. Сауҙа даирәһен киңәйтеү сәнәғәт кластерҙарына берләшеү һөҙөмтәһе. Тап ошо рәүешле импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ике тапҡыр артып 380 миллиард һумдан ашып киткән. Мебель кластерына ҡараған Туймазы предприятиеһы тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Зәлифә Демидова хәҙер инде һигеҙ йылдан ашыу матрастар тегеү менән мәшғүл. Тәүҙәрәк көн дә бер төрлө шөғөл төшкә инһә, хәҙер тыныс йоҡлайым. Беҙ етештергән түшәктә башҡаса мөмкин дә түгел, ти ханым. Туймазы матрастары сифатлы ла, арыуҙы ла баҫа.
Бер кешелек ябай матрасты йыйыуға мәҫәлән дүрт минут ваҡыт талап ителә. Саҡ ҡына яй ҡыландыңмы, тотош цехтын эше тотҡарлана. Сөнки бында ярты эш автоматлаштырылған.
Ә матрастың төрҙәре бында илленән ашыу. Конвейерҙан көнөнә генә ике меңгә яҡын продукция сыға. Һәм улар көндән-көн арта ғына. Был иһә кластерҙарға берләшеү һәм шул рәүешле хөкүмәттән ярҙам алыу һөҙөмтәһе, ти предприятие етәкселеге.
Келәттәге матрастарҙан иһә тотош Рәсәй һәм сит илдәр географияһын өйрәнергә мөмкин. Йөк машиналары уларҙы алып китеп өлгөрә алмай. Ә бит яҡын киләсәктә етештереү ҡеүәте тағы артасаҡ ҡына.
Был цехта әйтерһең дә формула болиды пит стопҡа туҡтаған. Хеҙмәткәрҙәрҙең мебель йыйыу тиҙлегенә күҙ ҙө эйәрмәй. Былай ҙа шау-шыулы производствола ҡысҡырып музыка уйнап тороуынан да башлыса йәштәр тупланғанын төҫмөрләргә мөмкин. Хәйер етәкселек был күренешкә ҡаршы түгел. Юғары битлы көйҙәр эш темпын да көйләй, ти улар.
Карауат йыйыусы егеттәр Туймазы алған үҫеш тиҙлегенең бер сағылышы. Ҡасандыр айына алтмыш матрас етештергән компания хәҙер тотош илдә иң ҡеүәтле өс предприятие исемлегендә. Һәм был сик түгел. Предприятие яңы цехтар төҙөү өсөн квадрат метрҙар үҙләштерә.
Айнур Кәбиров