Өфө ҡалаһы Волга буйы федераль округының иң ҙур транспорт үҙәге булыуы ихтимал


Әле үк ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү динамикаһы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Республика башлығы Радий Хәбиров үткәргән «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Ҡатнашыусылар төбәк биләмәһендә тимер юл транспортын үҫтереү мөмкинлектәрен ентекле тикшерҙе. Һүҙ тәү сиратта юл инфраструктураһын, шулай уҡ составты яңыртыу хаҡында барҙы.

2024 йылда ҡала яны тимер юл транспорты менән 5 миллион ярымға яҡын пассажир файҙаланған. Бер үк ваҡытта Өфөлә заманса транспорт-күсеп ултырыу үҙәктәре селтәре булдырыла. Электричкаларҙың туҡталыш пункттарына йәмәғәт транспорты өсөн инеү юлдары төҙөлә, шулай уҡ шәхси автомобилдәр өсөн парковкалар барлыҡҡа килә. Шулай итеп, Ағиҙелдең уң яры, Ҡала мәҙәниәт йорто, Черниковка, Шаҡша тимер юл туҡталыштары төҙөкләндерелгән. Бынан тыш, Рәсәй тимер юлдары менән берлектә Дим районының «Яркий» биҫтәһендә яңы туҡталыш пункты төҙөү планлаштырыла.