Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға


2024 йылдың 1 декабренә тиклем Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға. Махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр өсөн Өфөләге «Защитник» үҙәге көн һайын эшләй. Бында 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла көтәләр. Декабрь аҙағында Башҡортостан башлығы указы менән менән хәрбиҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы артты. Хәҙер ул 2 миллион һум тәшкил итә, ә Өфө мэры ҡарары менән уның күләме 300 меңгә күберәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Защитник» үҙәге былтыр көҙ «Черемушки» шифаханаһы базаһында асылды. Бында барыһы ла «Берҙәм тәҙрә» режимында ойошторолған. Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр хәҙер бар белгестәрҙе бер урында үтә ала.