21 февралгә тиклем дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары төрлө министрлыҡ-ведомстволар менән берлектә рейдтарға сыға. Уның маҡсаты - юлһыҙ урындарҙан йөрөгән мотосараларҙы ҡулланғанда йәрәхәтләнеү хәүефе янауын иҫкәртеүгә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Ошондай рейдтарҙың береһе «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләмәһендә ойошторолдо. Операция барышында белгестәр ҡаргиҙәрҙәрҙең дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында теркәлеү үтеүен һәм хужаларҙың тейешле водитель таныҡлығын тикшереүгә ҙур иғтибар бирҙе.