Ижад аша Еңеүгә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре, хикәйәләре һәм шиғырҙары менән өсөнсө йыйынтыҡ баҫтырҙы. Унда 58 авторҙың ижады менән танышырға мөмкин, араларында Башҡортостан яугирҙарының әҫәрҙәре лә бар. Автрҙар мөхәббәт, дуҫлыҡ, юғалтыу, һағыныу темаларын күтәрн. Республика Хәрби Дан музейында яңы йыйынтыҡтың презентацияһы үтте. Фондтың төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, хәрбиҙәрҙең яҙмалары йәш быуынды тәрбиәләүҙә оло әһәмиәткә эйә. Яңы баҫма республика музейҙары һәм китапханаларына таратыласаҡ.
Республика Хәрби дан музейында махсус хәрби операцияға бәйле ике күргәҙмә лә эшләй. Тәүге экспозицияла Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән рәссамдар ҡырҡҡа яҡын яугирҙың портретын тәҡдим итә. Шулай уҡ музейға килеүселәр Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән берлектә әҙерләнгән яңы күргәҙмә залында булып, Донбастың тарихы, махсус хәрби операцияға бәйле яңы мәғлүмәт менән таныша ала.