Башҡортостан яугиры “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән

Руслан исемле һалдат тураһында Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Руслан былтыр июндә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Сентябрҙә йәрәхәтләнгән. Ноябрҙә уны алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй дәүләт наградаһына тәҡдим иткәндәр. Яугир транспортёр водителе булып хеҙмәт итә, яралы хәрбиҙәрҙе ташый. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, медицина препараттары килтерә.  “Бына ошондай ябай ир-егеттәр Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Еңеү менән көтәбеҙ!” - тип яҙған Олег Ефимов. Республика ир-егеттәре яҡташтарыбыҙ сафына баҫа ала. Бының өсөн Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк.  Ситуация үҙәгендә белешмә алырға мөмкин. Бәйләнеш телефоны: 122.