Өфөлә Яңы йыл байрамы биҙәктәре алына

Урамдарҙа, майҙансыҡтарҙа байрам алдынан ҡуйылған биҙәктәр, яҡтыртыу системаһын алыу буйынса эш дауам итә. Конгресс-холл яны, Орджоникидзе майҙаны, Ленин урамы һәм Октябрь проспекты матур итеп биҙәлгәйне. Биҙәү, яҡтыртыу элементтары киләһе байрамдарҙа ҡулланыласаҡ.  Әйткәндәй, бөгөн ҡытай календары  буйынса  Яңы йыл билдәләнә.