Тауарҙы Саҡмағош районындағы ауыл хужалығы преприятиеһы әҙерләгән. Ул лабораторияла тикшерелгән. Продукция Монголия билдәләгән талаптарға яуап бирә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Башҡортостанда "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. 2030 йылға экспортты 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа арттырыу маҡсаты ҡуйылған.