Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы семинарында ҡатнашты


«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үткән сара 280 партия ағзаһын берләштерҙе. Республика етәксеһе фекерҙәштәр менән аралашып 2025 йылға маҡсаттарҙы билдәләне. Партия ағзалары менән бергә социаль-иҡтисади һорауҙарҙы хәл итеү, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ир-егеттәргә реабилитация үтергә ярҙам итеү , торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләр кеүек мөһим йүнәлештәр иғтибарға алынды . Радий Хәбиров партия ағзаларына кабинеттарҙан сығып халыҡ менән урындарҙа аралашып эшләргә кәңәш итте . Башҡортостанда 63 «Берҙәм Рәсәй « партияһы бүлексәһе иҫәпләнә. Сәйәси фирҡәлә 120 меңгә яҡын партияһы ағзаһы теркәлгән.