Өфөлә төбәктең Мәғариф һәм фән министры рәйеслегендә сығарылыш класс уҡыусыларының иң мөһим һынауын ойоштороуға арналған матбуғат-конференция үтте. Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, быйыл имтиханды тапшырыу тәртибендә ҡәтғи үҙгәрештәр юҡ. Бер предмет буйынса имтиханды ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге һаҡлана. Бынан тыш, юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙан өс түгел, ә дүрт имтихан талап итеүе ихтимал.
Республикала уҡыусылар дәүләт имтихандарына әүҙем һәм етди әҙерләнә. Үҫмерҙәргә тыныс һәм ышаныслы булһын өсөн, улар менән психологтар эшләй. Уҡыусылар имтиханда буласаҡ күнегеүҙәргә оҡшаш мәсьәләләрҙе дәрестәрҙә эшләй, күптәр тапшырасаҡ фәндәрҙе билдәләп өлгөргән.