Баймаҡ районы Йомаш ауылы халҡы яугирҙарға ярҙам күрһәтә

Баймаҡ районы Йомаш ауылының «Һаҡмар» ирекмәндәр ойошмаһы хәрби операцияла ҡатнашҡан яүгирҙарға ярҙам күрһәтә. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар аҙыҡ-түлек, тәү кәрәк-яраҡтар, бетеүҙәрҙән торған ылау әҙерләгән.

Йомаш ауылында ойошторолған «Һаҡмар» ирекмәндәр ойошмаһы әүҙем эшләй. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәребеҙгә генә түгел, ҡарттар йортона ла ярҙам итеүгә үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Киләсәккә лә улар ҙур эш планы алған.

Уңған ирекмәндәрҙең махсус үҙ бүлмәләре булмаһа ла бергә аулаҡ өйҙәргә йыйылып яугирҙәргә күңел йылыһын ҡушып ылау әҙерләй. Бергә ултырып ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп, маскировкалау селтәрәҙре үреп, окоп шәмдәре эшләп тә оҙатҡан улар.

Йомаш ирекмәндәре был юлы һалдаттарға сохарилар, юрғандар, бетеүҙәргә изге доға ҡылып оҙатты. “Һаҡмар” ирекмәндәр штабы - изгелек эшләргә әҙер булған һәр кемде берләштерә, һалдаттарға, иғтибарға мохтаждарға ярҙам тойорға мөмкинлек бирә һәм көс, ышаныс өҫтәй.

Рүзилә Ғүмәрова