Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында «Йырлайыҡ әле» конкурсы уҙҙы


«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы буйынса ойошторолған бәйге биш этаптан торҙо. Ҡатнашыусылар татар халыҡ, ретро һәм заман йырҙарын башҡарҙы. Композициялар тыуған илгә һөйөү, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ темаларына арналғайны.

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы ярҙамында Иҫке Ғүмәр халҡы ауылдағы зыяратты тәртипкә килтермәксе. Быға тиклем урындағылар республика бәйгеһендә ҡатнашып, трактор һатып алған. Әүҙем халыҡ артабан да дәүләт ярҙамы менән файҙаланмаҡсы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы буйынса төбәк бюджетынан 600 мең һум аҡса бүленгән, 661 проект тормошҡа ашырылған. Быйылғы бәйге һөҙөмтәләре март-апрелдә иғлан ителә.