«Асылыкүл» тәбиғәт паркында фотоҡапҡанға мышы эләккән


Эксклюзив кадрҙар менән Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы уртаҡлашҡан. Төбәктәге урман батшалығының иң ҙур ҡырағай хайуанын ҡарау һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы. Әммә белгестәр тәбиғәттә мышыны күреп, уға яҡынлашырға ярамай, тип иҫкәртә. Дәүләкән районында ҡуйылған камера мышыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ул ҡоролма алдында оҙаҡ ҡына баҫып тора. Белгестәр билдәләүенсә, урмандағы хайуандар һәр ваҡыт һаҡ. Улар үҙ һуҡмағындағы һәр үҙгәрешкә һиҙгер.