Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы семинарында ҡатнашты


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы семинарында ҡатнашты. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үткән сара 280 партия ағзаһын берләштерҙе. Республика етәксеһе фекерҙәштәр менән аралашып 2025 йылға маҡсаттарҙы билдәләне. Әңгәмәлә социаль-иҡтисади һорауҙар, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ир-егеттәргә реабилитация үтергә ярҙам итеү , торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү кеүек мөһим йүнәлештәр күтәрелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Уртаҡ көс менән берҙәм маҡсаттарға. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары менән осрашып өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләне. Атап әйткәндә, ҡатмарлы гео-сәйәси шарттарҙа социаль-иҡтисади тармаҡты үҫтереү, урындағы халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итергә ярҙам итеү, Ватан һаҡсыларына реабилитация үтеп тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу кеүек мөһим һорауҙар ҡаралды.

Башҡортостанда 63 «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлексәһе иҫәпләнә. Сәйәси фирҡәлә 120 меңгә яҡын партияһы ағзаһы теркәлгән. Урындағы бүлексәләр етәкселеге муниципалитет тормошо менән бәйле мәсьләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләй.

Партияның төбәк бүлексәһе өсөн 2025 йыл урындағы сәйәси советтар йылы тип билдәләнде. Программа сиктәрендә биләмәләрҙе тәртипкә килтереү йүнәлешендә байтаҡ эштәр башҡарыу күҙаллана.

Урындағы бүлексәләр, депутаттар, партияның ябай ағзалары ил Президенты билдәләгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыусы төп көс булып тора. Фекерҙәштәр уҙған йыл һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһап яңы маҡсаттарҙы билдәләне.

Флорида Ким