Башҡортостанда илдә етештерелгән иң заманса электр поездарының бөтә сериялары ла йөрөй, тип маҡтанып әйтергә була. Киләсәктә республиканан яңы төбәктәргә тимер юл маршруттары булдырыу ҙа ҡаралған. Проект тормошҡа ашырылған саҡта, Өфө Волга буйы федераль округында иң ҙур транспорт үҙәгенә әйләнер, тип көтөлә.
Бер генә кран ярҙамында ҙур локомотивҡа идара итеп булыуына ышанып та булмай. Тик заманса поездарҙың уңайлығы ошонда. Машинист кабинаһы, әйтерһең, йыһан карабы. Климат-контроль, йылы иҙәндәр, камералар - барыһы ла бөгөнгө талаптарға яуап бирә. Машинист салондағы пассажирҙар менән дә һәр саҡ бәйләнештә.
Яңы электропоездар шәберәк тә. Иҫкеләренең иң юғары тиҙлеге сәғәтенә 120 саҡрымға етһә, «ҡарлуғас» йәки «финист»та сәғәтенә 160 саҡрым менән елдерә. Вагондар йылы, уңайлы. Телефонды зарядкаға ҡуйырға була.
Һуңғы биш йылда республикала ҡала сите поездары составы 70 процентҡа яңыртылған. Уларҙың артыуы ҡала ситенә барып етеү ваҡытын да кәметкән. Әйтәйек, Шаҡшанан Дим биҫтәһенә тиклем - 40 минут, ә Иглиндән баш ҡала үҙәгенә тиклем сәғәттән кәмерәк ваҡытта барып етергә мөмкин.
Әйткәндәй, Башҡортостанда илдә сығарылған электр поездарының бөтә сериалары ла бар. Йәғни, республика халҡы һәм ҡунаҡтары иң заманса тимер юл транспорты менән файҙалана. Яңыртыу буйынса поездар ғына түгел, тимер юл станциялары биләмәләре ла төҙөкләндерелә.
Республикала өҫтәмә тимер юл маршруттарын булдырыу планлаштырылған. Киләсәктә Туймазы, Сибай, Һамар, Яр Саллы, Силәбе йүнәлештәрендә тимер юл хәрәкәтен ойоштороу ҡаралған. Былтыр ҡала сите поездары менән 5 миллиондан ашыу пассажир файҙаланһа, яңы маршруттар индерелеү менән, был күрһәткес 9 миллионға етергә тейеш. Был республиканың туристик үҫешенә лә этәргес, тигән һүҙ.
Рәзилә Ғилметдинова