Был осорҙа транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт көсөргәнешле режимда эшләй. Инспекторҙар юлдарҙа йөк машиналары, махсус техниканың ауырлығын тикшерә.
Һауа температураһы көндөҙ йылы, төнгө сәғәттәрҙә һыуыҡ торғанда асфальттың ярылыуы билдәле. Ауыр техника был күренеште киҫкенләштерә генә. Йөк автомобилдәре водителдәре юғары килем артынан ҡыуып арттырып тейәргә лә тартынмай. Ундайҙарҙы юлдарҙың торошо ҡыҙыҡһындырмай, ти инспекторҙар. Ространснадзор хеҙмәткәрҙәре күсереп йөрөтмәле үлсәүҙәр урынлаштырып, юлдарҙағы тәртипһеҙлек менән көрәшә.
Инспекторҙар яғыулыҡ ташыусы машиналарҙы ла иғтибарҙа тота. Хәүефле йөк ташыусы водителдәр Ространснадзор хеҙмәтенән лицензия ала. Йыш ҡына мөҙҙәте сыҡҡан документтар менән йөрөүселәр ҙә осрай. Был етешһеҙлектәр өсөн ҡаралған штрафтарҙың артыуы юлдарҙа тәртип урынлаштырыуға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй инспекторҙар.