Инйәр ауылында йыртҡыстарҙан бер нисә ваҡ мал зыян күргән. Ваҡиға эҙемтәләрен урындағы хужабикәләрҙең береһе кеҫә телефонына төшөргән.
Һәләк булған кәзәләрен ҡатын иртән һарайға сыҡҡас күрә. Уның һүҙҙәренсә, бүреләр бер нәмә лә ҡалдырмаған. Ҡурала бер тауыҡ менән әтәс кенә ҡалған. Йыртҡыстарҙы видеокүҙәтеү камераһы 25 ғинуарҙа таңғы сәғәт 5 тула 15 минутта теркәй. Унда 6 бүренән торған өйөр аҙыҡ эҙләп урам буйлап йөрөүе күренә. Әгәр киләһе видео булмаһа, алыҫтан уларҙы эт өйөрө тип уйларға мөмкин. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бүреләрҙең береһе ауланған. Әйткәндәй, был хәл Инйәр ауылында тәүге тапҡыр ғына теркәлмәй. Былтыр ноябрҙә бүреләр йорт этенә һөжүм итә. Белгестәр билдәләүенсә, урман хайуандары ҡышҡы миҙгелдә ауылдарға ашарға эҙләп килә. Шуға ла улар халыҡты айырыуса уяу булырға саҡыра.