Быйыл Өфөлә 3 балалар баҡсаһы асыу ҡарала

Улар 600 урынға иҫәпләнә. Баш ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин ошо хаҡта белдерҙе. Өфөлә Кооператив һәм Затон-Көнсығыш биҫтәләрендә, шулай уҡ Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһында балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Проекттар муниципаль ҡаҙнанан финанслана.