Быйыл мартта Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» 9-cы Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтә


Әле бәйгелә ҡатнашыуға республика район-ҡалаларынан һәм илдең башҡа төбәктәренән илленән ашыу заявка ҡабул ителгән. Еңеүселәр «Милләт әсәһе», «Ирекмән», «Медицина хеҙмәткәре», «Педагог» һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнә. Конкурста ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмалары, гражданлыҡ йәмғиәте институттары лидерҙары ҡатнаша, махсус хәрби операция яугирҙарына даими ярҙам күрһәткән гүзәл заттар тәбрикләнә. Шулай уҡ Башҡортостанда «Ватан һаҡсыһының атаһы» тип исемләнгән фотопроектҡа ла старт бирелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса 23 февраль алдынан күргәҙмә ойоштороу ҡаралған.