Кушнаренко районында ауыл хоккей командалары араһында «Алтын шайба» республика ярышы уҙҙы


Финалда 2010-2011 йылғы йәш спортсылар ҡатнашты. Ике көн дауам иткән турнирҙа Дыуан, Кушнаренко, Өфө, Саҡмағош, Шишмә, Благовар, Бишбүләк райондары һәм Благовещен ҡалаһы командалары көс һынашты. Ярыштарҙы асыу тантанаһында йәш хоккейсыларҙы район башлығы сәләмләне. Көсөргәнешле уйында беренсе урынды Кушнаренко районынан «Кристалл» хоккей командаһы яуланы. Спортсылар Башҡортостан данын Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар ярышында яҡлаясаҡ. Ул февралдә Салауат ҡалаһында үтер, тип көтөлә.


Ярыштарға етди әҙерләндек. Башҡа райондарға сығып, командалар менән уйындар үткәрҙек. Был ярыштан һуң, бәләкәйерәк йәштәгеләр араһында турнир көтөлә. Унда ла еңеү яуларбыҙ, тип ышанабыҙ.

Артур Хәбиров, «Кристалл» хоккей командаһы тренеры