Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, беҙҙең республика федераль проектта ҡатнаша. Уға ярашлы, уҙған йылда лагерҙарҙа 250-гә яҡын урын булдырылған. Бының өсөн 147 миллион һум тотонолған. - "Патриот" паркында ике заманса модуль, шулай уҡ Стәрлебашта "Орленок", Ҡыйғы районында "Маяҡ", Өфөлә "Чайка" лагерҙарында корпустар асылды. Башҡортостан балалар ялын ойоштороу шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проектта киләсәктә лә ҡатнашасаҡ, тине премьер-министр урынбаҫары.