Яңы машина хужаларының физик мөмкинлектәрен иҫәпкә алып йыһазландырылған һәм ҡул менән идара итеү системаһына көйләнгән. Әйткәндәй, былтыр махсус йыһазландырылған машиналар 66 кешегә тапшырылған. Тимер ат ете йыл һайын яңыһына алмаштырыла. Эксплуатация осоронда машинаны бер тапҡыр социаль фонд иҫәбенә тулыһынса ремонтлатырға мөмкин. Шулай уҡ дәүләт ойошмаһы тарафынан яғыулыҡ-майлау материалдарына киткән сығымдар квартал һайын ҡаплана.