Белорет районы Манышты ауылында Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә милли һәм этник спорт төрҙәренең республика ярышы үтте. Уның исеме күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт һунарсыһы» картинаһы аша таныш. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала республиканың 12 районынан 80-дән ашыу кеше ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Белорет районы Манышты ауылында үткән башҡорт биатлонына, хатта Рәсәй төбәктәре көнләшерлек. Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сараны был юлы профессиональ комментатор алып барҙы. Өҫтәүенә, республика район-ҡалаларынан да халыҡ күпләп ҡатнашты.
Трасса өс төр һынауҙан торҙо. Тәүҙә ҡатнашыусылар ян тартып уҡ атһа.
Ә икенсе һынауҙа пневматик ҡоралдар сәпкә тоҫҡалды. Иң ҡатмарлыһы махсус эшләнгән һөнгөләрҙән йәнлек макетына тейҙереү ине.
Милли һәм этник спорт төрҙәрен берләштергән республика ярышының Бигарыҫлан Солтанов исеме аҫтында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Ул күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Һунарсы башҡорт» картинаһы аша яҡшы таныш. Шулай уҡ Бигарыҫлан Солтановтың изгелеген бөгөн дә халыҡ онотмай.
Башҡорт биатлоны, ғөмүмән, төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе. Ярышта дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ихлас ҡатнашты.
Ҡыҫҡаһы, ярыш ҡатнашыусылары һыр бирмәҫкә тырышты. Шулай ҙа араларында саңғыларҙа ҡолағаны ла, төрлө хәйләгә барғандары ла булды. Ваҡытҡа түгел, улар бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеү өсөн ярышты. Иң мөһиме барыһы ла онотолмаҫ тәьҫораттар алды, юғары һөҙөмтә күрһәткәндәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Азат Ғәлиуллин