Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы эшҡыуарҙарға күрһәтелгән ярҙамды быйыл да дауам итә. Инвесторҙар проекттарын тормошҡа ашырыуға һатыуһыҙ ер участкалары алыу мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ дәүләт мөлкәте арендаһына льготалар ҡаралған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры - ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская ведомство эшмәкәрлегенең йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында билдәләне.
Матбуғат конференцияһында «Төҙөлөш өсөн ер» һәм «Туризм өсөн ер» программалары тураһында ла һүҙ барҙы. Ведомство етәксеһе льготалы категория граждандарҙы ер участкалары менән тәьмин итеүгә бәйле һорауға ла яуап бирҙе. Былтыр министрлыҡ тарафынан был категория өсөн 1372 ер участкаһы булдырыу буйынса кадастр эштәре уҙғарылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, альтернатив ярҙам сараһы ла булдырылған - 250 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға була.