Инвестиция күләме 12 миллиард һумға баһалана. Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдереүенсә, компанияларға ер участкаһы сауҙаһыҙ ҡуртымға бирелә, шулай уҡ һалым ташламалары ҡарала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда юл буйы сервисы объекттарында кафе, ҡунаҡхана, магазин, дарыуханалар булдырыла. Ул оҙон юлға сығыусыларға уңайлы шарттар тыуҙыра. Хәбәрсебеҙ Илнар Әхмәтгәрәев яҙмаһы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө районы Михайловка ауылындағы яғыулыҡ ҡойоу станцияһында кафе, магазин урынлашҡан. Оҙон юлға сығыусыларға күп төрлө продукция тәҡдим ителә. Инвестиция проектына ярашлы, бында 30 яңы эш урыны булдырылған. Станция операторы Гөлнара Мөхитдинова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Юл буйы сервисы - иҡтисадтың мөһим өлөшө”, тигән фекерҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала берҙәм стилдә төҙөлгән юл буйы сервисы объекттары илдә иң яҡшы тәжрибә тип табылған. Һуңғы 4 йыл эсендә 1 меңдән ашыу объект төҙөкләндерелгән, ошо күләмдә яңылары барлыҡҡа килгән. Тармаҡты үҫтереүҙә айырыуса, “Башнефть”, “Уфаойл” һәм “Прогресс” компаниялары хеҙмәттәшлек итә. Бөгөнгә “Башнефть” компанияһы менән яңы яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөү буйынса юл карталары әҙерләнгән.