Башҡортостанда енәйәтселек кәмегән

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров Эске эштәр министрлығы ултырышында белдерҙе. - Йәмәғәт урындарында енәйәтселек бер йылда 14 процентҡа аҙайған. Был ҡала һәм райондарҙа хәүефһеҙлектең, патруль-пост хеҙмәте, участковыйҙар эшмәкәрлегенең мөһим күрһәткесе. Республикала һуңғы йылдарҙа енәйәтселеккә бәйле хәл яҡшыра бара, тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда уҙған йылда 22 меңгә яҡын енәйәт асылған. Урлашыу, кеше талау, ауыр йәрәхәтләү осраҡтары аҙайған. Мутлашыуҙар һаны артыуы теркәлгән.