Район советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. Башҡортостанда ғинуарҙан хәрби контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 2 миллион һумға тиклем күтәрелде. Өфөлә килешеүгә ҡул ҡуйыусыларға тағы 700 мең өҫтәлә. Белорет районында өҫтәмә сумма 500 мең һумға тиң. Нефтекама, Учалы, Туймазы ҡалаларында, Учалы һәм Туймазы райондарында ла түләүҙәр арттырылды, тип хәбәр итә "Башинформ". Контракт тураһында 117, 122, 218-19-19, 248-29-31 һандарына шылтыратып белешергә мөмкин.