Мәктәпкәсә учреждениеға уйынсыҡтар тапшырылды. Бындай башланғыс менән халыҡ фронты вәкиле "Умас"ҡушаматлы яугир сыҡҡайны. Ул ошо йүнәлештә хәрби бурысын үтәй. Тәүгеләрҙән булып изге эшкә "Салауат Юлаев" хоккей клубы һәм Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Бәләбәй районынан эшҡыуар ҡушылды. Баҡсаға 34 бала йөрөй. Халыҡ фронтының Республика бүлексәһе етәксеһе Виталий Брыкин белдереүенсә, Луганск, Перевальск, Антрацит балалар йорттарына ярҙам күрһәтелә. Уйынсыҡтар йыйыу дауам итә.