Башҡортостанда алты йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар һаны 12 процентҡа артҡан

Бөгөн улар 142 меңгә яҡынлаша, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса ил төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә. 2019 йылдан башлап эшҡыуарҙарға 4 миллиард 700 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.