Хужалыҡтар яҙғы сәсеүгә әҙерлекте дауам итә

Был тема Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй агрономия кәңәшмәһендә ҡаралды. Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 800 мең гектар сәселә. Бының өсөн 30 миллиард һум тотонола. Сығымдар уҙған йыл менән сағыштырғанда  25 процентҡа күберәк. Уҙған йылда ужым аҙыраҡ сәселгән. Шуға быйыл яҙ эштең ғәҙәттәгенән артыҡ булыуы көтөлә.