Бөгөн башҡарылған эш һөҙөмтәһе менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты. Манаралар Грециялағы «Тассос» ятҡылығының тәбиғи ташы менән тышланды. Артабан эшселәр мәсеттең ҡыйығын ябыуға тотонасаҡ. Республика етәксеһе ҡулланыласаҡ материалдар һәм эш темпы менән ҡыҙыҡһынды. Тулыраҡ Айнур Кәбиров репортажында.
Мәсеттең йөҙө тәүге проекттан бер ни тиклем айырыла. Төҙөлөштө дауам итеүселәр һүрәтле тәҙрәләрҙе башҡа төрлөгә алмаштырасаҡ. Был инде зауыҡҡа бәйле түгел, егерме йылға яҡын ышыҡһыҙ торған бинаның ҡайһы бер ерҙәре серей ҙә башлаған.
Башҡараһы эштәр ҙур сығымдар талап итә. Тәҙрәләрҙе алмаштырыу ғына йөҙ миллион һумға төшәсәк. Ләкин иң ауыр этапты үттек, ти төҙөүселәр. Манараларҙың дүртеһе лә ниһайәт, көпләнеп бөттө. Радий Хәбиров ҡоролманың сифаты менән ҡыҙыҡһынды.
Бер манараны көпләргә генә 400 тонна мәрмәр киткән. Тәүҙә ҡулланылған таштарҙан төҫө айырылып тормаһын өсөн шул уҡ сит ил материалы менән көпләргә ҡарар ителде. Грециянан мәрмәр килтереү эште бер аҙ тотҡарланы ла инде.
Артабан эшселәр ҡыйыҡ ябыуға тотонасаҡ. Республика башлығы төҙөлөштә ҡулланыласаҡ материалдар менән ҡыҙыҡһынды. Был этапта ла ҡатмарлыҡтар юҡ түгел. Радий Хәбиров әйтеүенсә, башҡаларҙың эшен дауам итеүгә ҡарағанда, яңынан башлау хәйерлерәк.
Төҙөлөш ауыр барыуға ҡарамаҫтан, кәйефтәр көр. Иң мөһиме боҙ урынан ҡуҙғалды һәм үҙгәрештәр ҙә күҙгә күренә, ти диндарҙар.
Беҙҙең ниәт изге һәм Аллаһ ярҙамы менән барыһы ла тормошҡа ашыр, ти диндарҙар. Мәсеттең ҡыйығында улар доға ҡылды. Йома намаҙынан Республика етәксеһе лә ситтә ҡалманы.
Айнур Кәбиров