Өфөлә «Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлығы» тип исемләнгән фәнни-популяр баҫманың исем туйы үтте. Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамында әҙерләнгән йыйынтыҡҡа Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм традицияларының милли өлгөләре индерелгән.
2024 йылда баҫма федераль кимәлдә юғары баһаланған. Ул Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы ярҙамындағы ижад өлкәһендәге Бөтә Рәсәй мәғлүмәт эшмәкәрлеге смотрында «Матди булмаған этномәҙәни объекттарын презентациялау» номинацияһында еңеү яулай. Фәнни-популяр баҫманың исем туйы сиктәрендә йыйынтыҡҡа ингән эштәрҙән торған фотокүргәҙмә лә ойошторолдо. Сарала шулай уҡ республика район-ҡалаларынан килгән оҫталар үҙ төбәгенә хас сығыштарҙы күрһәтте.