Ошо ваҡыт эсендә республика трассаларында йөҙләп объект сафҡа индерелгән, иҫке биналар төҙөкләндерелгән. Кафе, дарыухана, йылы бәҙрәф, ҡунаҡхана, кибет төҙөлгән, башҡа уңайлыҡтар булдырылған. Рәсәй юл буйы сервистары исемлегендә иң яҡшы тәжрибә тип табылды. Благовещен районындағы «Башҡортостан» комплексы ла юл буйы сервисын үҫтереү программаһы буйынса төҙөлгән. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға республика тарафынан ярҙам күрһәтелгән. Был йүнәлештә эшҡыуарҙарға бизнес ойоштороу өсөн дәүләт субсидияары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса 2030 йылға тиклем оҙайтылды.
Юл буйы сервисын үҫтереү республика программаһы ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға алыу, 30 миллион һумға тиклем субсидия бүлеү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн профилле ведомстволар яр:ам күрһәтә. Биш йыл эсендә Башҡортостанда барлығы меңгә яҡын яңы юл буйы сервисы комплексы төҙөлгән һәм 800- ҙө яңыртылған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10 миллиард һумдан аша. Быйыл тағы ла 200-гә яҡын инвестция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана.