«Ҡандракүл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре рейд ваҡытында 45 ауға юлыҡҡан, уларға 2 меңдән ашыу йән эйәһе эләккән. Парк белгестәре билдәләүенсә, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ау менән балыҡ һәм ҡыҫала тотоу тулыһынса тыйылған. Бындай сараларҙы артабан да үткәреү планлаштырыла, сөнки улар закон боҙоуҙарҙы кәметеүгә һәм уларҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. Был ил Президенты башланғысы менән ойошторолған «Экологик именлек» милли проекты бурыстарына тулыһынса тап килә.