Үҙ проектыңа миллион һум: Өфөлә грант алыу буйынса интенсив үтте


Үҙ проектыңа миллион һумға тиклем нисек грант йәлеп итеү тураһында Өфөлә үткән интенсивта һүҙ барҙы. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Ресурстар үҙәге белгестәре грант шарттары һәм тәртибе менән таныштырып, ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһаланы. Тәжрибә уртаҡлашыуға республика район - ҡалаларынан 200-гә яҡын кеше килгәйне. Улар төрлө йүнәлеш буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте.

Быймала хоккей Түбәнге Хәжәттәрҙе бөтә республикаға танытып торған уйын. Ауылда уйын өс йыл элек кенә барлыҡҡа килһә лә, иң яҡшы хоккейсы исемен яуларға башҡа райондарҙан да киләләр. Үҙенсәлекле ярышты урындағы ағинәйҙәр ҡоро ойоштора. Быйыл әүҙем халыҡ грант яҙып, уйынды даими үткәреү өсөн дәүләттән аҡса йәлеп итмәксе. Сәкәндәр, униформа һатып алыу, хоккей коробкаһы төҙөүгә уларға ярты миллион һум тирәһе аҡса кәрәк.

Ә Нуриман пионерҙар йорто балалар өсөн медиаүҙәк ойоштормаҡсы. Үҙәктәге балалар фото-, видеоконтент төшөрөү менән ҡыҙыҡһына. Үҫмерҙәр өсөн заманса шарттар кәрәк. Дәүләт гранттары ярҙамында улар кәрәкле техника һатып алмаҡсы.

Консультацияға килеүселәр араһында тәжрибәлеләр ҙә бар. Конкурс еңеүселәре даими рәүештә белемен камиллаштыра, сөнки грант шарттары йыл һайын үҙгәреп тора. Өфөнән уҡытыусы Әлиә Мөхәмәтдинова бер проектты тормошҡа ашырып өлгөргән. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға арналһа, яңыһы патриотик маҡсатта төҙөлгән.

Йәш эшҡыуарҙар өсөн гранттар, социаль контракт, «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы - үҙ проектын тормошҡа ашырырға теләүселәр өсөн дәүләт инструменттары етерлек. Былтыр Башҡортостан башлығы гранттар фонды ярҙамында ғына 224 проект тормошҡа ашырылған. Финанс ярҙамды республиканан ғына түгел, федераль бюджеттан да йәлеп итергә мөмкин.

Рәзилә Ғилметдинова