Ҡаңны ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы


Бүздәк башҡорттары ҡор йыйҙы. Ҡаңны ырыуы вәкилдәренең ҡоролтайы бөгөн район үҙәгендә үтте. Сарала ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡабул ителгән ҡарарҙар, Бүздәк районында алып барылған эштәр менән танышты. Бүздәк районында ҡаңны ырыуы башҡорттары йәшәй.

Төбәк Салауат Юлаев премияһы лауреаттары Хәким һәм Ғабдулла Ғиләжевтар, Факиһа Туғыҙбаева, башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы Муллаян Халиҡов һәм башҡа күренекле шәхестәре менән дан тота. Бүздәк башҡорттары бөйөк яҡташтарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Районда «Халиҡов уҡыуҙары» үткәрелә, Хәким Ғиләжев исеме Ҡаңны-Төркәй мәктәбенә, Ғабдула Ғиләжев исеме ауыл клубына бирелгән. Бүздәктәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы һаҡлау өсөн шарттар етерлек, тырышлыҡ ҡына кәрәк, ти улар. Әле Бүздәк башҡортттары ҡоролтайы «Бөтәбеҙгә бер еңеү» тигән проектты ла тормошҡ аашыра.

Ҡоролтай ултырышында бүздәктәр милли-мәҙәни йүнәлештәге эшмәкәрлек, йәштәр араһында алып барылған эштәр тураһында һөйләне. Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, тележурналист Наил Юнысов сарала ҡатнашыусыларҙы 6-сы съезд ҡарарҙары, алда торған бурыстар менән таныштырҙы. Осрашыу йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Ҡоролтай ултырышында ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар ҙа алды.