«Салауат Юлаев» клубы капитаны Григорий Панин кәмендә бер айға больничныйға китте


39 йәшлек һаҡсы «Авангард» менән һуңғы уйында Джованни Фьоре менән бәрелешкәндән һуң ҡабырғаһын һындырҙы. Тәүҙә яҡташыбыҙ Омск дауаханаһы реанимацияһына һалына, һуңынан палатаға күсерелә. «Авангард» уйынсылары Наил Яҡупов, Павел Коледов һәм Данил Башкиров медицина учреждениеһында хоккейсының хәлен белешергә килде. «Беҙ барыбыҙ ҙа бер ҙур хоккей ғаиләһе», - тиелә юлаевсыларҙың матбуғат хеҙмәтендә.