«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Хәйбулла районы Федоровка ауылында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы. Уны яңы ғына ойошторолған «Таяныс» атайҙар клубы үткәрҙе. Балыҡ ҡармаҡларға күрше ауыл вәкилдәре лә килде, тотош ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа булды.
Бырау менән мәке уйыу еңелдән түгел. Йылға асылғандан һуң майҙанда тынлыҡ урынлашты. Ярышта төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашып, ҡышҡы ҡармаҡ күпкә мауыҡтырғыс булыуын иҫбатланы.
Хәйбулла районының Федоровка ауылы эргәһендә, Ташлы йылғаһы буйында уҙғарылған ярышта күрше ауылдарҙан, Новотроицк һәм Сибай ҡалаларынан да ҡатнашыусылар булды. Тәжрибәле балыҡсылар менән бергә ҡулына яңы ҡармаҡ алған йәштәр, балалар ҙа көс һынашты. Әбүбәкерҙән Әсхәт Билалов билдәләүенсә, балыҡҡа бер барһаң, ауырыуға әйләнәһең, ул ғүмерлек шөғөлгә әйләнә.
Ярыш һуңынан ҡармаҡланған балыҡ үлсәнде. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Әйтәйек, «Иң яҡшы балыҡсылар ғаиләһе» тип Билаловтар танылһа, «Иң яҡшы балыҡсы» исеменә Андрей Болотин менән Анастасия Турушева лайыҡ булды.
Балыҡсылар өсөн арҡан тартышыу, пневматик винтовканан атыу буйынса ярыштар, күңелле старттар ҙа уҙғарылды. Сара һуңында барыһы ла йылға буйында бешерелгән уха менән һыйланды.
Илзирә Шәйәхмәтова