«Асыҡ тирмә» - донъяуи кимәлдә танылған башҡорттарҙы данлай. Өфөлә «Йола» ижади берекмәһе тарафынан үҙенсәлекле проект эшләй башланы. Аҙна һайын Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында башҡорт халыҡ мәҙәниәте, сәнғәте һәм тарихын пропагандалауға тос өлөш индергән шәхестәр менән ижади осрашыуҙар үтә.
Тәүге кисәгә Польшанан рәссам-иллюстратор, тарихи-реконструктор Азат Ҡужин саҡырылды. 90-сы йылдарҙан сит илдә йәшәгән милләттәшебеҙ башҡорт традицион кейемен тергеҙеү, ата-бабаларыбыҙҙың тарихи үткәнен халыҡҡа еткереү өҫтөндә эшләй. Икенсе ижади осрашыу Балаҡатай районынан Башҡортостандың атҡаҙанған художество кәсептәре оҫтаһы Сәйҙә Әхтәмова ҡатнашлығында үтте. Сәйҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы 50 йылдан ашыу ҡайып сигеү менән шөғөлләнә. Кәсепте дауам итерҙәй уҡыусылары ла бик күп. Даими рәүештә илдең төрлө төбәктәрендә оҫталыҡ дәрестәре үткәргән Сәйҙә Әхтәмованың ҡул эштәре Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Германия һәм башҡа күп илдәрҙә халыҡ-ара күргәҙмәләргә сығарылған.