Башҡортостан юлдаш телеканалында Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмы күрһәтелә


Иртәгә, киске сәғәт 7-се яртыла Башҡортостан юлдаш телеканалында Рәсәй Геройы, «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмының премьераһы күрһәтелә.

Картина Башҡортостанда, Андрей Мигунов уҡыған Волгоград өлкәһенең Камышин ҡалаһында, Һамар, Дондағы Ростов ҡалаларында, Луганск Халыҡ Республикаһында төшөрөлгән. Ижади төркөм билдәләүенсә, был кадрҙарҙа иң ҡиммәтлеһе - бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫлыҡ иҫтәлектәр. Документаль фильмдың авторы - билдәле тележурналист Гүзәл Хәмитова.