Өфө лимонарийында емештең сәскәләргә төрөнөүе башлыса февраль аҙаҡтарына тура килһә, быйыл ай башына күскән. Быны белгестәр ҡыштың йылы тороуына бәйләй. Күрәһең, ябыҡ теплица шарттарында үҫтерелгән емештәргә лә климат тәьҫир иткән.
Яҙ иртә килһә уңышты ла хеҙмәткәрҙәр ваҡытынан алда йыясаҡ. Теплицала, ғөмүмән, мең 200 төп лимон ағасы үҫтерелә. Былтыр мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәр 12 тонна уңыш алған. Селекция эше лә һөҙөмтәле алып барыла, яңы сорттар сығарыла. Әйткәндәй, Өфө лимонарийы быйыл үҙенең 35 йыллығын билдәләй. Биләмә - халыҡтың яратҡан туристик маршруты исемлегенә индерелгән. Былтыр ғына лимондар һәм экзотик үҫемлектәр үҫкән урынды 50 меңдән ашыу кеше килеп күргән.