Хәйбулла районында башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар өсөн «Һаҡмар моңдары» тип исемләнгән конкурс уҙғарылды. Йәнтеш ауыл мәҙәниәт йортонда күләмле мәҙәни сара унынсыға ойошторолдо.
Сәхнәгә 24 һәүәҫкәр йырсы сыҡты. Хәйбуллаларҙан тыш, башҡа райондарҙан да ҡатнашыусылар булды. Тамашасылар һәр сығышты йылы ҡабул итте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Һаҡмар моңдары» конкурсында Гран-приға Ғәлиәхмәт ауылынан Илдар Юнысов лайыҡ булды. Барлыҡ ҡатнашыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Тиҙҙән йыр-моң һөйөүселәрҙе ошо уҡ сәхнәлә тағы ла бер сара көтәйцй - «Пар ҡанаттар» тип исемләнгән бәйге уҙғарыла.