Өфө районы Шамонин ауылында ҡышҡы уйындар үтте


Икенсе йыл рәттән ойшторолған байрамда урындағы халыҡ саңғыла, күңелле старттарҙа көс һынашты. Ҡышҡы уйындарҙы ойоштороуҙо өс ғаилә үҙ өҫтөнә алған - Барлыбаевтар, Ғилметдиновтар һәм Юлдашбаевтар сараның программаһын әҙерләп, ауылдаштарға байрам кәйефе бүләк итте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Февралдең тәүге көнө Шамонин ауылында йәшәүселәр өсөн сәмле башланды. Урындағы халыҡ саф һауала ҡышҡы уйындарға йыйылып төрлө бәйгеләрҙә көс һынашты. Ҡыҙҙар, малайҙар, ата-әсәләр һәр береһе үҙ категорияһында төрлө арауыҡҡа саңғы ярышында ҡатнашты.

Шамонин ауылында ҡышҡы уйындар икенсе йыл рәттән үткәрелде. Байрамды ойоштороусы Барлыбаевтар, Ғилметдиновтар һәм Юлдашбаевтар ғаиләһе ҡатнашыусыларға бүләктәр ҙә әҙерләгән. Былтыр сарала йөҙгә яҡын кеше ҡатнашһа, быйыл ҡышҡы байрам 150-гә яҡын бәйгесене берләштерҙе.

Шәмбе саф һауала әүҙем уйындар уйнап, саңғыла уҙышып ялын күңелле һәм файҙалы үткәргән ауылдаштар ҡышҡы байрамды киләһе йылдарҙа ла үткәрергә килеште. Ә инде ҡар иреп, көндәр йылытҡас Шамониндарҙы йәйге уйындар көтә.

Флорида Ким